24 Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр, Яу менән килгән батшалай ябырылыр.
Яуыз әҙәмдең ғүмере ғазап эсендә үтер, Иҙеүсегә бирелгән йылдар һанаулы.
Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.
„Ҡайҙан алайым?“ – тип зарығып икмәк эҙләр, Ҡара көндәре еткәнен белер.
Сөнки ул Аллаға ҡаршы ҡул күтәрҙе, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡаршы майҙан тотто.
Миңә ҡарата асыу ялҡыны дөрләй, Ул мине Үҙенә дошман һанай.
Ғәскәрҙәре бергәләшеп ябырыла, Миңә ҡаршы улар уба ҡора, Тупламдары сатырымды ҡамап тора.
дауылдай дәһшәт ябырылғанда, ғәрәсәттәй бәлә килгән мәлдә, ауыр ғазаптар, ыҙа-яфа иҙгәндә, мин дә мыҫҡыллап көлөрмөн.
өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер, ҡораллы баҫҡынсы булып, нужа һөжүм итер.
өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер, ҡораллы баҫҡынсы булып нужа һөжүм итер.
Үҙем һайлап алғандарға әмер бирҙем, Асыуымды ғәмәлгә ашырһындар өсөн Батыр яугирҙәрҙе, Бөйөклөгөмә ғорурланғандарҙы саҡырып алдым».
Ә Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимға, Раббы былай тип әйтә тиң: «Төргәк китапҡа: „Бабил батшаһы мотлаҡ килер, илде юҡҡа сығарыр, ундағы кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла ҡырып бөтөр!“ – тип яҙғаны өсөн һин Йермеяһҡа янаның, төргәкте яндырырға баҙнат иттең.
Эйе, яуызлыҡ ҡылған һәр кемгә – башта йәһүдкә, шунан йәһүд булмағанға – михнәт һәм ҡайғы.