20 Яуыз әҙәмдең ғүмере ғазап эсендә үтер, Иҙеүсегә бирелгән йылдар һанаулы.
Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк.
Ер бит бары уларға бирелгән, Араларына яттар кермәгән булған.
Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр, Яу менән килгән батшалай ябырылыр.
Ни өсөн сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Хөкөм өсөн ваҡыт билдәләмәй? Ни өсөн Алланы танығандар Уның залимдарға ҡаршы булғанын һис күрмәй?
Залим әҙәмдең Алланан алыр өлөшө, Иҙеүсенең сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән алыр мираҫы ошо:
Аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй, Улар һине ҡулдарына күтәреп йөрөтөр.
Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.
Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит.