19 Ер бит бары уларға бирелгән, Араларына яттар кермәгән булған.
Ғевәрҙең ике улы тыуҙы: береһенең исеме – Пәләг – сөнки тап шул ваҡытта ер бүленгәйне, икенсеһенеке – Йоҡтан.
Туфандан һуң Нух улдары нәҫеленән сыҡҡан һәм ырыу-ҡәбилә булып ер йөҙөнә таралған халыҡтарҙың нәҫел шәжәрәһе ошо.
Аҡыл эйәләре өйрәткәнде, Аталарынан өйрәнгәнде йәшермәй һөйләйем.
Яуыз әҙәмдең ғүмере ғазап эсендә үтер, Иҙеүсегә бирелгән йылдар һанаулы.
«Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ.
Раббы Яҡупты бер Үҙе алып барҙы, Янында башҡа алла булманы.
Юғарыларҙан Юғары, ҡәүемдәргә ер өләшеп, Әҙәм балаларын айырғанда, Исраил улдарының һанына күрә Халыҡтарҙың сиген билдәләне.