13 Ниңә рухыңды Аллаға ҡаршы йүнәлткәнһең, Ауыҙыңдан шундай һүҙҙәр сыға?
ә Ҡабилды һәм уның бүләген оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо.
Әйтеп тә бөтмәне, батша килеп тә етте. Ул: – Был бәлә-ҡазалар Раббынан бит. Инде ни өсөн миңә Уға өмөт бағларға? – тине.
Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?
Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.
Ниңә күңелең шулай шашына? Ниңә күҙҙәрең ут сәсеп тора?
Кем ул кеше – пак булырға? Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын?
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Ә мин улар сирләп ятҡан саҡта, Хәсрәтләнеп ҡыл кейемгә төрөнгәйнем. Үҙемде язалап ураҙа тотҡайным, Улар өсөн ҡабат-ҡабат доға уҡығайным.
Ахмаҡлыҡ кешене юлдан яҙҙыра, ғәйепте ул асыуланып Раббыға япһара.
Язаны үҙ гонаһтары өсөн алғас, Әҙәм балаһына ниңә һыҡтарға?
Әммә һеҙ: «Раббының юлы дөрөҫ түгел!» – тиһегеҙ. Эй Исраил нәҫеле, тыңла: Минең юлым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң?
«Миңә ҡаршы уҫал һүҙҙәр һөйләнегеҙ, – ти Раббы. – Ә үҙегеҙ: „Һиңә ҡаршы нимә әйттек һуң беҙ?“ – тип һорайһығыҙ.
Кемдер үҙен диндар тип һанап та, телен йүгәнләй алмай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның диндарлығынан фәтүә юҡ.