23 Ҡәүемдәрҙең береһен күтәрер, береһен һәләк итер, Ҡайһыһын күбәйтер, икенселәрен таратыр.
Кендек инәләре Үҙенә буйһонғанға күрә, Алла уларға мәрхәмәт ҡылды: уларҙы ғаиләле итте. Ә Исраил халҡы артҡандан-арта, көсәйгәндән-көсәйә барҙы.
Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.
Һин халыҡты ишәйттең, йә Раббы, Халыҡты күбәйтеп, Үҙеңде данланың, Илдең барлыҡ сиктәрен киңәйттең.
Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер, Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр, Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр.
Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ. Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине, Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым.
Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».
Йә Раббы! Был халыҡты ишәйттең, Уның ҡыуанысын арттырҙың. Ураҡ ваҡытында һөйөнгәндәй, Яумал бүлешкәндә шатланғандай, Улар Һинең хозурыңда ҡыуаналар.
Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруйлы, данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.
Ҡолом Дауыттың тоҡомон һәм Миңә хеҙмәт иткән левиҙәрҙе һанап бөтмәҫлек күк есемдәре һәм үлсәп булмаҫлыҡ диңгеҙ ҡомо һымаҡ ишәйтермен».
Мин һыҙғырып уларҙы йыйырмын, Сөнки йолом биреп алдым. Улар йәнә элеккеләй күмәк булыр.
Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул бер әҙәмдән тотош кешелекте барлыҡҡа килтерҙе, барыһына ла ваҡыт һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне.