22 Ҡараңғылыҡтың тәрәнлектәрен асыр, Дөм ҡараңғылыҡты яҡтыға сығарыр.
– Беребеҙ ҙә түгел, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы ярандарының береһе. – Исраилда йәшәгән Ильясиғин пәйғәмбәр хатта йоҡо бүлмәңдә һөйләгән хәбәреңде лә белеп, Исраил батшаһына еткерә ала.
Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
Ҡараңғылыҡ улар өсөн – таң нурылай, Ҡараңғылыҡ дәһшәте – уларға әшнә.
Дөм ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе йолоп алһын, Уны ҡара болот томалаһын, Ҡояш тотолоу дәһшәткә һалһын.
Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.
Утлы ҡуҙ түгелһен өҫтәренә! Утҡа, тәрән соҡорға бырға ла Башҡа сыға алмаһындар.
Яман телле илдә нығына алмаһын, Залимды бәлә-ҡаза аулаһын, һәләк итһен.
Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ – гел Уның хозурында.
Өлкәр менән Орионды бар ҡылыусы, Дөм-ҡараңғыны яҡты таңға, Яҡты көндө ҡара төнгә әүерелдереүсе, Диңгеҙ һыуҙарын бергә йыйып, Ер йөҙөнә түгеүсе – Исеме Уның – Раббы!
Шуға күрә ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайса ҡалыр йәшерен нәмә һәм беленмәйсә ҡалыр һис бер сер юҡ.
Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк, беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.
Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтә нәмәгә, хатта Алла аҡылының бөтә тәрәнлектәренә лә үтеп инә.
Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.