14 Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.
аталы-инәле инде – Алла бойорғанса булды. Нух кергәс, Раббы көплө кәмәнең ишеген ябып ҡуйҙы.
Әгәр килеп һине зинданға бикләһә, хөкөмгә саҡырһа, Кем Уны туҡтата алыр?
Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы.
Ул мине һәр яҡлап бөктө – бөттөм, Өмөтөмдө, ағас һымаҡ, тамырынан йолҡоп алды.
Үҙе бар ҡылған кешеләр Уның эштәрен белһен тип, Барыһының ҡулын тыйып тора.
Алланың ғәмәлдәренә күҙ һал: Ул кәкрәйткәнде кем турайта ала?
Ул урынды терпеләр төйәгенә, һаҙлыҡҡа әйләндерәм, Ҡырғын һеперткеһе менән һепереп түгәм». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә.
Дауыт йортоноң асҡысын уның яурынына һалырмын. Ул асһа – бер кем дә бикләй, бикләһә, һис берәү аса алмаҫ.
Сөнки Һин ҡаланы бер таш өйөмөнә, Нығытмалы ҡаланы харабаға әйләндерҙең. Ул ҡәлғә яттар ҡалаһы ине, юҡҡа сыҡты, Инде мәңге ҡабат торғоҙолмаҫ.
Былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Бабилдың ҡалын диуарҙары нигеҙенә тиклем емерелер. Бейек ҡапҡалары утта яндырылыр. Бушҡа ғына көс түкте халыҡтар, Ҡәүемдәр тик юҡҡа яфа сиккән, Хеҙмәттәре утта янып бөткән».
Шунан былай тип әйт: «Бабил ошолай батыр һәм Раббы уға ебәргән һәләкәттән бүтәнсә ҡалҡа алмаҫ, бөтөнләй хәлдән тайыр». Ошо урында Йермеяһтың һөйләгәндәре тамамлана.
Һине яланғас ҡаяға әйләндерермен, ауҙарҙы йәйеп киптерә торған урын булып ҡалырһың, ҡабат төҙөлмәҫһең. Мин, Раббы, әйттем быны», – тип белдерә Раббы Хаким.
Эдомдар: «Беҙ емерелдек, ләкин харабаларҙы ҡабаттан торғоҙасаҡбыҙ», – тиһәләр ҙә, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быға ҡаршы: «Улар төҙөр, Мин емерермен. Илдәре – яуызлыҡ иле, үҙҙәре мәңгелеккә Раббыны асыуландырған халыҡ, тип аталасаҡ», – тине.
сөнки Алла, барыһына ла шәфҡәт күрһәтер өсөн, һәммәһен дә буйһонмауҙың тотҡоно итте.
Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:
Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер.
Шунан Дауытҡа: – Һин миңә ҡарағанда ғәҙелерәкһең, сөнки миңә яҡшылыҡ менән яуап бирҙең, ә мин яуызлыҡ менән түләнем, – тине. –
Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.