Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 11:15 - Изге Яҙма

15 Шул сағында йөҙөңдө оялмай күтәрә алырһың, Ҡурҡыу белмәй, аяғыңда ныҡ баҫып торорһоң.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 11:15
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ, ишек төбөндә боҫоп, һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.


Ғәйепле булһам – бөттө баш! Әммә хаҡ булһам да, башымды ҡалҡыта алмам. Түбәнһетеүҙәрҙән ғарыҡ булдым, хәсрәтемдән иҫерекмен.


Шул саҡ сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән һөйөнөс алырһың, Күҙҙәреңде Аллаға төбәрһең.


Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.


Яҡынына яҡшы һүҙҙәр һөйләй-һөйләй Күңеленән мәкер уйлаған залимдар, Ямандар менән бергә мине лә алып китмә.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Эй барса халыҡтар, ҡул сабығыҙ! Шат ауаздар менән Алланы данлағыҙ!


Раббынан ҡурҡыу – ныҡлы ҡалҡан, үҙеңде лә, затыңды ла һаҡлар.


Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.


Шулай итеп, балалар, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм уңайһыҙланмай баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ