19 Әйтерһең, бөтөнләй булмағандай, Әсә ҡарынынан туп-тура ҡәбергә күсер инем!
Ниңә Һин мине әсәм ҡарынынан сығарҙың? Бер кем күрмәҫ борон үлер инем!
Йәшәр көндәрем самалы ғына түгелме ни? Ҡалдырһаңсы мине, саҡ ҡына күңелем асылһын
Әммә йөҙөмдө ҡаплаған дөм ҡараңғылыҡ Минең ауыҙымды яба алмаҫ.
Ни өсөн мин үле тыумағанмын? Ҡарындан сығыу менән йән бирмәгәнмен?
Нишләп яралғы саҡта уҡ төшмәгәнмен? Яҡты донъя күрмәгән сабыйҙай күмелмәгәнмен?
Ана, күр, нимә ҡойола ауыҙҙарынан, Ҡылыс һымаҡ телдәре, үҙҙәре: «Кем ишетһен беҙҙе?» – тип уйлайҙар.
Сөнки мине әсәм ҡарынында эүлтермәне, Әсәм миңә ҡәбер булыр, Ҡарыны гел йөклө ҡалыр ине.