17 Миңә ҡаршы яңынан-яңы шаһиттар сығараһың, Асыуыңды ҡабартаһың, Ғәскәрҙәрең тулҡын-тулҡын булып ябырыла.
Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең? Ниңә Һин мине дошман күрәһең?
Тиремде йыйырсыҡтар менән ҡапланың – Был миңә ҡаршы шаһитлыҡ итә. Ҡоро һөйәк ҡалыуым да миңә ҡаршы һөйләй.
Әҙәм балаһының ер йөҙөндәге тормошо – Ауыр хеҙмәт түгелме ни? Ғүмере көнлөксөнөң көндәренә оҡшаш түгелме?
«Моав йәш сағынан һил йәшәне, Шарап төпрәһеләй тондо, Бер һауыттан икенсеһенә ҡойолманы – Һөргөнгә оҙатылманы; Шуға тәме боҙолманы, хуш еҫе үҙгәрмәне.
Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, „Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым.
Илемдән тулы сыҡҡайным, Раббы мине буш ҡул ҡайтарҙы. Ниңә һеҙ миңә Ноғоми тип өндәшәһегеҙ? Раббы миңә ҡаршы булды, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе мине хәсрәткә һалды, – тине.