Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 9:8 - Изге Яҙма

8 Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрә алмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрәлмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрә алмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 9:8
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауытҡа: – Наҫан пәйғәмбәр килде, – тип хәбәр иттеләр. Пәйғәмбәр, батша янына инеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.


– Миңә Садоҡ ҡаһинды, Наҫан пәйғәмбәрҙе, Йеһоядағ улы Бенаяһты саҡырығыҙ, – тине Дауыт батша. Барыһы ла йыйылғас,


Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.


Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып, белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,


Аҡыллы кеше өгөттө ҡабул итер, ахмаҡты теле бәләгә илтер.


Аҡыллы улан ата өгөтөн тыңлар, йүнһеҙ улан шелтәгә ҡолаҡ һалмаҫ.


Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр, нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр.


Йүнһеҙ әҙәм үҙен фашлағанды яратмаҫ, ул аҡыл эйәһе янына яҡын юламаҫ.


Хаяһыҙҙы шелтәләһәң, бер ҡатлылар һабаҡ алыр, аҡыллыны тәнҡитләһәң, өгөт-нәсихәтте алыр.


Хәҡиҡәт һатып ал, уны һатма, аҡыл, тәрбиә һәм ғилем йый.


Ахмаҡҡа хәбәр һөйләмә – ул һинең аҡыллы һүҙҙәреңдән көлөр.


Ялағай телең өсөн түгел, тәнҡит һүҙең өсөн аҙаҡтан рәхмәт әйтерҙәр.


Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.


Бер кем дә өндәшмәне, өнһөҙ ҡалды, сөнки Хизкияһ: «Яуап ҡайтармағыҙ!» – тип бойорғайны.


Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ: уларҙы аяҡтары менән тапап бөтөрҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ