Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 6:16 - Изге Яҙма

16 Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 6:16
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы.


Алты тапҡыр бәләгә ҡалһаң – ҡотҡарыр, Етенсеһендә лә һиңә зыян теймәҫ.


Әйтер улар: «Телебеҙ менән еңәбеҙ! Ауыҙ үҙебеҙҙеке – кем хужа беҙгә?»


Ялған һөйләгәндәрҙе Һин юҡ итәһең; Ҡан ҡойоусы һәм мәкерлеләр Раббы өсөн ерәнгес.


Алдаҡ үлсәү – Раббы өсөн ерәнгес, ул дөрөҫ герҙәрҙе хуп күрер.


Раббы боҙоҡ күңеллеләрҙән ерәнә, пак юлдан барыусылар Уға ҡыуаныс.


Ялғансы тел Раббы өсөн ерәнгес, намыҫлы эш иткәндәрҙе Ул күркәм күрә.


Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.


Иңен-буйын, ауырлығын алдап үлсәү – икеһе лә Раббы алдында әшәкелек.


Раббы алдатҡыс герҙәрҙән екһенер, ялған үлсәүҙе Ул хупламай.


Тәкәббер ҡараш, һауалы йөрәк – яуыздарҙың гонаһ юлындағы сырағы.


Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә, Ул намыҫлылар менән аралаша.


Мине хайран ҡалдырған өс, аҡыл етмәҫ дүрт нәмә бар:


Өс нәмәнән ер һелкенә, дүрт нәмәне күтәрә алмай:


Ер йөҙөндә кескәй дүрт зат барҙыр, улар бик аҡыллы:


Ғорур һынлы өс нәмә, ныҡлы баҫҡан дүрт нәмә бар:


Шуға күрә һәләкәте ҡапыл булыр, шифа тапмай, ҡотолғоһоҙ харап булыр.


тәкәббер ҡараш, ялғансы тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойған ҡулдар,


Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.


Тик шуны белегеҙ: әгәр ҙә мине үлтерһәгеҙ, һеҙ ҙә, был ҡала ла, унда йәшәүсе кешеләр ҙә гонаһһыҙ ҡанды ҡойоуҙа ғәйепле буласаҡ. Сөнки бөтә ошо һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға төшөрөр өсөн мине ысынлап та һеҙгә Раббы Үҙе ебәрҙе.


Раббы былай ти: «Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән, Аяу тигән нәмәне онотоп, Туғанына гел асыу һаҡлаған, Ярһыуына баш булмаған өсөн,


Раббы былай ти: «Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән Ғилғәдте төйгәнгә күрә,


Раббы былай ти: «Газа енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн


Раббы былай ти: «Тир енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Туғандарса килешеүҙе онотоп, Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн


Раббы былай ти: «Моав енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Эдом батшаһының һөйәктәрен Көлгә ҡалдырып мәсхәрә иткән өсөн


Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.


Раббы былай ти: «Исраил енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тәҡүә кешене – көмөш тингә, Ярлы-ябағаны бер пар ҡатаға һатҡан өсөн Уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым.


Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ, ялған ант итеүҙән баш тартығыҙ. Сөнки Мин быларҙың барыһын да күрә алмайым». Раббы шулай тип белдерә.


Ҡатындың йәки ирҙең фәхеш менән тапҡан аҡсаһын Аллаң Раббының йортона бер ниндәй ҙә нәҙер үтәү өсөн индермә, сөнки улар икеһе лә Аллағыҙ Раббы өсөн ерәнгес.


ул саҡта тәүге ире был ҡатынға ҡабат өйләнә алмай, сөнки ҡатын уның өсөн нәжес һанала. Бындай никах – Раббы ҡаршыһында ерәнгес. Бындай гонаһ менән Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп биргән ерҙе бысратмағыҙ.


Дөрөҫ булмаған герҙәр һәм үлсәүҙәр ҡулланған алдаҡсылар Аллаң Раббыға ерәнгес.


Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек эшләүсе лә, ялғансы ла инмәҫ, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ