Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 31:26 - Изге Яҙма

26 Ауыҙында уның – хикмәтле һүҙ, мәрхәмәт һәм нәсихәт булыр телендә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Ауыҙында уның – хикмәтле һүҙ, мәрхәмәт һәм нәсихәт булыр телендә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Ауыҙында уның – хикмәтле һүҙ, мәрхәмәт һәм нәсихәт булыр телендә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 31:26
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эстерҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙары һәм алашарҙары килеп, уға Мордехай хаҡында һөйләп бирҙе. Батшабикә бик хәүефләнеп, Мордехайға тупаҫ туҡыма урынына бүтән кейем ебәрҙе, ләкин Мордехай уны кейеүҙән баш тартты.


әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен.


Тәҡүә ауыҙынан хикмәт яуыр, мәкерле тел ҡырҡып ташланыр.


Мәкерле һүҙ ҡылыс ише яралай, аҡыллының һүҙе дауалай.


Татлы һүҙ – баллы кәрәҙ: йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт.


Йорт-мал – ата-әсәнән ҡалған мираҫ; аҡыллы ҡатын – Раббы бирмеше.


Сабырлыҡ хакимды ла ышандыра, йомшаҡ тел һөйәкте лә һындыра.


Өй эштәрен гел күҙәтеп тора, ялҡаулыҡтың ни икәнен белмәй.


Ҡаялар араһында, тарлауыҡтарҙа Йәшенгән күгәрсенем һин! Нурлы йөҙөңдө күрәйем, Моңло тауышыңды ишетәйем, Тауышың яғымлы, йөҙөң наҙлы.


Ирендәрең солоҡ балдай татлы, Наҙлы һүҙең – бал да май, кәләшем минең. Кейемеңдән аңҡый Ливандың хуш еҫе!


Телендә гел хаҡ ҡануным булды, Ауыҙынан алдаҡ һүҙ сыҡманы, Хозурымда иман менән имен ғүмер итте, Күптәрҙе гонаһ ҡылыуҙан араланы.


– Мин – Раббының хеҙмәтсеһе, нисек әйтһәң, шулай булһын! – тине Мәрйәм. Шунан һуң фәрештә уның янынан китеп барҙы.


Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акулас, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар.


Кәңәшмәлә ултырған бөтә кеше Стефанусҡа текләне, һәм уның йөҙө фәрештәнекенә оҡшаған һымаҡ күренде.


Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.


Ят кешеләр менән, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, аҡыллы мөғәмәлә итегеҙ.


Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр улар араһында Алла һүҙен ҡабул итергә теләмәүселәр булһа, һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күрһәләр, уларҙы иманға килергә һүҙһеҙ ҙә инандырып булыр ине.


Әммә ҡатыны уға: – Әгәр ҙә Раббы беҙҙе харап итер булһа, тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһын ҡабул итмәҫ ине. Беҙгә быларҙың береһен дә күрһәтмәҫ, ишеткәндәребеҙҙе әйтмәҫ ине, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ