Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 30:15 - Изге Яҙма

15 Һөлөктөң ике ҡыҙы бар: «Бир, бир», – тиҙәр. Һис ҡасан туйыу белмәҫ өс нәмә, «Етер», – тимәгән дүрт нәмә бар:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Һөлөктөң ике ҡыҙы бар: «Бир, бир», – тиҙәр. Һис ҡасан туйыу белмәҫ өс нәмә, «Етер», – тимәгән дүрт нәмә бар:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Һөлөктөң ике ҡыҙы бар: «Бир, бир», – тиҙәр. Һис ҡасан туйыу белмәҫ өс нәмә, «Етер», – тимәгән дүрт нәмә бар:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 30:15
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үлеләр донъяһы менән Һәләкәт урыны туймаған һымаҡ, кешенең күҙе лә туймай.


Кешеләрҙең ярлыларын тамаҡламаҡ, мохтаждарын ер йөҙөнән юймаҡ булған, теше – гүйә ҡылыс, теш ҡаҙнаһы – бысаҡ һымаҡ заттар була.


ул да булһа ҡәбер, түлһеҙ ҡорһаҡ, һыуға туймаҫ ҡоро тупраҡ, һәм «етер!» тигәнде белмәҫ ут-ялҡындыр.


Өс нәмәнән ер һелкенә, дүрт нәмәне күтәрә алмай:


Ер йөҙөндә кескәй дүрт зат барҙыр, улар бик аҡыллы:


Ғорур һынлы өс нәмә, ныҡлы баҫҡан дүрт нәмә бар:


Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар:


«Һеҙ иһә, эй күрәҙәсе ҡатындың балалары, Фәхеш һәм зинасылар тоҡомо, яҡын килегеҙ!


Саҡ айный башланылармы, фәхешкә тотоналар, Уларҙың түрәләре аҙғынлыҡты ярата.


Раббы былай ти: «Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән, Аяу тигән нәмәне онотоп, Туғанына гел асыу һаҡлаған, Ярһыуына баш булмаған өсөн,


Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәләрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,


Раббы былай ти: «Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән Ғилғәдте төйгәнгә күрә,


Раббы былай ти: «Газа енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн


Раббы былай ти: «Тир енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Туғандарса килешеүҙе онотоп, Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн


Раббы былай ти: «Моав енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Эдом батшаһының һөйәктәрен Көлгә ҡалдырып мәсхәрә иткән өсөн


Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.


Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ!


Улар: – Беҙҙең атабыҙ – Ибраһим! – тип яуап бирҙе. – Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та Ибраһим балалары булһағыҙ, уның кеүек эшләр инегеҙ.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ