Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 3:24 - Изге Яҙма

24 Ҡурҡмайынса ятып йоҡларһың, йоҡоң һәр саҡ тыныс булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Ҡурҡмайынса ятып йоҡларһың, йоҡоң һәр саҡ тыныс булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Ҡурҡмайынса ятып йоҡларһың, йоҡоң һәр саҡ тыныс булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 3:24
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йеһошафат батшалығында тыныслыҡ урынлаша, Алла уға һәр яҡлап именлек бирә.


Йәйрәп ятырһың, бер кемдән ҡурҡмай, Күптәр һиңә ярарға тырышыр.


Уға башлыҡтар янында урын бирә, Халҡының түрәләре менән бергә ултырта.


Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың, Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә.


Раббыға мин ауаз һалам – Яуап ҡайтарыр изге тауынан. Села


Ятам да йоҡлайым, йәнә уянам – Раббы мине һаҡлай.


Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә.


Сөнки, йә Раббы, ғәмәлдәрең менән ҡыуандыраһың; Ҡулыңдың эштәренә һоҡланып йырлайым.


Мине тыңлағандар иһә, яуызлыҡтан ҡурҡмайынса, имен һәм хәүефһеҙ йәшәр».


Раббынан ҡурҡыу кешене йәшәүгә илтә; ундай кеше ҡәнәғәт йәшәр, тыныс йоҡлар, уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ яҡынламаҫ.


Улар, юлға сыҡһаң, һине етәкләп алырҙар, йоҡларға ятһаң, һаҡлап торорҙар, уянғаныңда һөйләшерҙәр.


Ҡояш аҫтында шундай бер яман фажиғә күрҙем мин: йыйылған байлыҡ хужаһына зыян килтерә.


Ғәҙеллек-хаҡлыҡта нығынырһың, Йәбер-иҙелеүҙән алыҫ торорһоң, ҡурҡмаҫһың. Хәүеф-дәһшәт татымаҫһың, ул һиңә яҡынлашмаҫ.


Шул саҡ мин уянып киттем дә тирә-яғыма ҡараным, төшөм шундай татлы ине.


Ҡуйҙарымды Үҙем көтәсәкмен, уларҙы һыулауҙа Үҙем ятҡырасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар.


Ҡырҙағы ағастар – емеш, тупраҡ мул уңыш бирер. Халыҡ үҙ илендә хәүефһеҙ йәшәр. Муйындарындағы ҡалыпты ватып, уларҙы ҡол иткәндәрҙең ҡулынан ҡотҡарғас, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.


Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ.


Һируд Петрусты халыҡ алдына сығарырға теләгән көнгә ҡаршы төндә Петрус ике сылбыр менән бығауланған хәлдә ике һаҡсы уртаһында йоҡлап ята, ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта тора ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ