Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 29:25 - Изге Яҙма

25 Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 29:25
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. –


Ул ҡатыны Сараны һеңлем тип танытты. Герар батшаһы Авимәләх, Сара артынан кеше ебәртеп, уны үҙенә алдыртты.


Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас: – Һеңлем ул минең, – тип яуап бирҙе. Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты, сөнки Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә уны үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы.


Быны ишеткән Ильяс ҡурҡты, йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн Йәһүҙәләге Беер-Шәвәғ ҡалаһына ҡасты. Хеҙмәтсеһен шунда ҡалдырғандан һуң,


Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә.


Һинең ҡағиҙәләреңде тотам, Мине һис ҡасан ташлама, Раббым!


Ҡорамға артылыусылар йыры. Раббы Сиондың тотҡондарын ҡайтарған саҡта, Беҙ төш күргән һымаҡ булдыҡ.


Мәҙхиә. Шәмбе көнө өсөн йыр.


Раббы йортонда тамырланғандар, Аллабыҙ ихатаһында сәскә атыр.


Өгөткә ҡолаҡ һалған – уңған, Раббыға таянған – бәхеткә ирешкән.


Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә, тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала.


Ҡомһоҙ бәндә дау сығара, Раббыға иҫәп тотҡан уңыш ҡаҙана.


Алланың һәр әйткәне һыналған һәм саф: Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.


Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр.


Миңә хыянат итерлек, Мине иҫтән сығарырлыҡ, Күңелеңдән юйып ырғытырлыҡ итеп, Кем ҡурҡытты, кем ҡотоңдо алды? Мин оҙаҡ өндәшмәй торған өсөн, Минән ҡурҡыуҙан туҡтанығыҙмы?


Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы.


Батша Даниил өсөн бик шатланды һәм уны соҡорҙан сығарырға ҡушты. Даниилды соҡорҙан сығарҙылар – үҙенең Аллаһына ышанған өсөн уның бер еренә лә зыян килмәгәйне.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килеп: – Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һоранылар.


Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән башҡа бер нәмә лә ҡыла алмаған әҙәмдәрҙән ҡурҡмағыҙ.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай тип яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне.


Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен».


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға шөһрәт биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ – Аллала.


Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә мине бер тапҡыр ҙа тотонолмаған өр-яңы бауҙар менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.


– Гонаһ ҡылдым! Раббының бойороғон, һинең һүҙҙәреңде тотманым, – тине Шаул Шемуилға. – Сөнки халыҡтан ҡурҡтым, уларҙы тыңланым.


Ул бөтәһе алдында йөҙөн үҙгәртеп, диуана булып ҡыланды, ҡапҡа-ишектәрҙе тырнап, һаҡалына шайығын ағыҙып йөрөнө.


Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.


Бер генә ирҙе, бер генә ҡатынды ла тере ҡалдырманы, Ғаҫҡа килтермәне Дауыт, сөнки улар: «Дауыт былай эшләне, Дауыт тегеләй эшләне», – тип һөйләрҙәр тип уйланы. Пелешти ерендә йәшәгәндә һәр саҡ шулай эшләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ