Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 19:23 - Изге Яҙма

23 Раббынан ҡурҡыу кешене йәшәүгә илтә; ундай кеше ҡәнәғәт йәшәр, тыныс йоҡлар, уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ яҡынламаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Раббынан ҡурҡыу кешене йәшәүгә илтә; ундай кеше ҡәнәғәт йәшәр тыныс йоҡлар, уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ яҡынламаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Раббынан ҡурҡыу кешене йәшәүгә илтә; ундай кеше ҡәнәғәт йәшәр, тыныс йоҡлар, уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ яҡынламаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 19:23
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡоштар унда ояларын ҡора, Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк.


Тегеләр сүгер һәм йығылырҙар, Беҙ ҡалҡырбыҙ, туп-тура торорбоҙ.


Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе, Эй бөйөк Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер.


«Ул Мине яратҡан өсөн Уны азат итәсәкмен, – ти Раббы, – Исемемде танығанға күрә, Мин уны һаҡлаясаҡмын.


Йә Раббы, дошмандарың мотлаҡ ҡырыласаҡ. Яуызлыҡ ҡылыусылар һәммәһе таралып бөтәсәк.


Улар әйтер: «Раббы хаҡ, Ул – ҡаям минең; Унда тамсы ла ғәҙелһеҙлек юҡ».


Раббынан ҡурҡҡан – ғүмерен оҙайтыр, ямандарҙың йылдары иһә ҡыҫҡара барыр.


Ихлас тәҡүәлек юлы тормошҡа илтә, яуызлыҡҡа ынтылыусылар үлемгә ашыға.


Тәҡүә кешегә һис ниндәй зарар теймәҫ, яуыз иһә золомға тулышҡан.


Кешенең тоғролоғо – ҡиммәт, алдаҡсыға ҡарағанда ярлы яҡшыраҡ.


Тыйнаҡлыҡ һәм Раббынан ҡурҡыуҙың нәтижәһе – байлыҡ, хөрмәт, имен тормош.


Ҡурҡмайынса ятып йоҡларһың, йоҡоң һәр саҡ тыныс булыр.


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ