Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 16:20 - Изге Яҙма

20 Өгөткә ҡолаҡ һалған – уңған, Раббыға таянған – бәхеткә ирешкән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Өгөткә ҡолаҡ һалған – уңған, Раббыға таянған бәхеткә ирешкән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Өгөткә ҡолаҡ һалған – уңған, Раббыға таянған – бәхеткә ирешкән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 16:20
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Раббы Сиондың тотҡондарын ҡайтарған саҡта, Беҙ төш күргән һымаҡ булдыҡ.


Хакимыбыҙ бөйөк, ҡеүәте ҙур, Аҡылының иге-сиге юҡ.


Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!


Раббы боҙа ҡәүемдәрҙең ниәттәрен, Ул бушҡа сығара милләттәрҙең маҡсаттарын.


Баштарына көтмәгәндә афәт килһен, Ҡорған тоҙаҡтарына үҙҙәре ҡапһын, Улар шунда һәләкәт тапһын.


Нәсихәтте һанға һуҡмаған – зыян күргән, бойороҡто тотҡан – бүләкләнгән.


Айыҡ аҡыл илтифат ҡаҙана, мәкер юлы һәләкәткә илтә.


Аҡыллы хеҙмәтсе хужаһының боҙоҡ улынан өҫтөн булыр; мираҫтан да хужаның улдары менән бер рәттән өлөш алыр.


Аҡыл йыйған – үҙ йәнен дә һөйгән, аҡыл менән эш иткән – бәхет тапҡан.


Мине тапҡан кеше йәшәү таба, Раббының илтифатын ҡаҙана.


Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә, Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер, Сөнки Раббы – ғәҙел Алла: Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле!


Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы.


Батша Даниил өсөн бик шатланды һәм уны соҡорҙан сығарырға ҡушты. Даниилды соҡорҙан сығарҙылар – үҙенең Аллаһына ышанған өсөн уның бер еренә лә зыян килмәгәйне.


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ