Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 12:23 - Изге Яҙма

23 Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар, ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар, ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар, ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 12:23
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

эргәмдәге бер нисә кеше менән төндә юлға сыҡтым. Йәрүсәлим өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында Алламдың йөрәгемә һалған фекерҙәрен бер кемгә лә әйтмәнем. Мин менгән ишәктән башҡа үҙебеҙ менән бер ниндәй ҙә мал алманыҡ.


Бындағы түрәләр минең ҡайҙа барғанымды ла, ни эшләгәнемде лә белмәне: йәһүдтәргә лә, ҡаһиндарға ла, дәрәжәле кешеләргә лә, түрәләргә лә, был эште башҡарырға тейешле кешеләргә лә бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәгәйнем.


Аҡыллылар белем туплар, ахмаҡтың теле һәләкәтте яҡынайтыр.


Күп һөйләгән гонаһтан ҡотола алмаҫ, телен тыйған аҡыллы булыр.


Ғәйбәтсе кешенең серен асыр, тоғро кеше сер һаҡлай белер.


Зирәк кеше белеменә таянып эш итер, аҡылһыҙ ахмаҡлығын күрһәтер.


Зирәклек аҡыл эйәһенең йөрәгендә оя ҡорор; хатта ахмаҡтар ҙа уны күрмәй ҡалмаҫ.


Аҡыллының теле ғилемде күркәм итә, аҡылһыҙҙың теле ахмаҡлыҡ сәсә.


Ахмаҡ белемде яратмай, үҙенең фекерен генә алға һөрә.


Ахмаҡ әҙәм асыуына ирек бирер, аҡыллы әҙәм уны тыйып торор.


Ахмаҡ ниндәй генә юлдан йөрөмәһен, ахмаҡлығын күрһәтә, уның йөрөүендә мәғәнә юҡ.


– Ишәктәрҙең табылғанын әйтте, – тип яуапланы Шаул, ләкин Шемуилдың батшалыҡ тураһында һөйләгәндәрен өндәшмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ