Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 11:5 - Изге Яҙма

5 Тәҡүәлек менән әҙәп тура юлдан йөрөтөр, яман әҙәмде үҙ боҙоҡлоғо йыға һуғыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Тәҡүәлек менән әҙәп тура юлдан йөрөтөр, яман әҙәмде үҙ боҙоҡлоғо йыға һуғыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Тәҡүәлек менән әҙәп тура юлдан йөрөтөр, яман әҙәмде үҙ боҙоҡлоғо йыға һуғыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 11:5
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.


Ҡеүәтле аҙымдарының көсө бөтөр, Үҙ мәкере үҙенең башына етер.


Шуның ише улар кешегә ҡорған боҫҡон үҙ ҡандары ҡойолоуға, үҙ йәндәре ҡыйылыуға сәбәп булыр.


Намыҫлыны күңел сафлығы етәкләр, мәкерлеләрҙе хәйләһе харап итер.


Кеше яуызлыҡ менән нығына алмаҫ, ә тоғроларҙың тамыры ҡоромаҫ.


Дөрөҫлөк юлында булғанды тоғролоғо ҡотҡарыр, яуызды ҡылған гонаһы һәләк итер.


Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.


Ялҡауҙың юлын сәнскәк баҫыр, намыҫлыларҙың юлы тигеҙ-киң.


Ямандың сырайы ҡырыҫ булыр, намыҫлы иһә үҙ юлын ныҡ тотор.


Намыҫлы йәшәгән хәүефһеҙ ғүмер кисерер; ҡыя юлдан йөрөгән һөрөнөп ҡолар.


Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.


Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә, гонаһтарының тоҙағына бәйләнә,


Тәҡүәнең юлы – тура, Һин Уның юлын тигеҙ итәһең.


Ләкин Исраилдың һауалылығы уға ҡаршы шаһит булыр: Исраил менән Әфраим үҙ намыҫһыҙлығынан һөрөнөр, Йәһүҙә лә улар менән бергә абынып йығылыр.


Исраил ғәскәренең төп көстәре кирегә боролоуға, Бинйәмин һуғышсылары ҡурҡыуға төшә, сөнки афәт килгәнен аңлайҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ