Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:6 - Изге Яҙма

6 Һеҙ быны күҙ буяп, ярамһаҡланыу өсөн түгел, ә ысын күңелдән, Алла ихтыярын үтәп, Мәсихтең ҡолдары булараҡ башҡарығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Һеҙ быны кеше алдында күрһәтеү өсөн ярамһаҡланыусылар кеүек түгел, ә ысын күңелдән, Алла ихтыярын үтәп, Мәсихтең ҡолдары булараҡ башҡарығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Һеҙ быны күҙ буяп, ярамһаҡланыу өсөн түгел, ә ысын күңелдән, Алла ихтыярын үтәп, Мәсихтең ҡолдары булараҡ башҡарығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:6
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


Быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, Исраилдың хаин һеңлеһе Йәһүҙәнең дә Миңә боролоуы ысын күңелдән түгел ине, ул бары тоғро булып ҡыланды ғына, – тип белдерә Раббы.


Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.


Күктәр Батшалығына Миңә: «Хакимым! Раббым!» – тип әйткән һәр кем түгел, ә күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк.


Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.


Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәрегеҙ артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ.


Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло.


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем.


Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ, Раббы ихтыярын аңлағыҙ.


Һөйөклөләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, бигерәк тә хәҙер, янығыҙҙа булмағанда ла, ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.


Шуға күрә, ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап, беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән бөтә аҡыл һәм аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә.


Кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаған һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып һөйләйбеҙ.


Алла һеҙҙең изге булыуығыҙҙы, аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауығыҙҙы теләй,


Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.


Алланың ихтыяры шундай: изгелек ҡылыуығыҙ менән һеҙ аҡылһыҙ һәм наҙан кешеләрҙең ауыҙын томаларға тейешһегеҙ.


Донъя ла, уның нәфселәре лә үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ