Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:1 - Изге Яҙма

1 Балалар, ата-әсәләрегеҙгә Раббыла тыңлаусан булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә Раббы теләгәнсә итәғәтле булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Балалар, ата-әсәләрегеҙгә Раббыла тыңлаусан булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:1
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте.


Исраил Йософҡа былай тине: – Ағайҙарың Шәхәм эргәһендә мал көтә. Улар янына барып кил әле. – Ярай, – тип яуапланы Йософ.


Йософ, улдарын атаһының тубығынан алды ла, уның алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Яҡуптың улдары аталарының ихтыярын үтәне:


Һин Синай тауына төштөң, улар менән күктән тороп һөйләштең, ғәҙел күрһәтмәләр, дөрөҫ ҡанундар, һәйбәт ҡағиҙәләр һәм бойороҡтар бирҙең.


Эстер, Мордехай ҡушҡанса, үҙенең ниндәй ырыу-заттан икәнен һөйләмәне. Ул Мордехайҙы әле лә, уның тәрбиәһендә булған саҡтағы һымаҡ, тыңлай ине.


Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.


Ҡайһылар яу арбалары, Икенселәр аттары менән маҡтаныр. Беҙ иһә Аллабыҙ Раббының исеме менән маҡтанырбыҙ.


Улым, ата нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма;


Яҡты донъяға килтергән атаң һүҙен тыңла, олоғайған көнөндә әсәйеңде хурлама.


Атаһын ҡәһәрләгән һәм әсәһенә фатиха теләмәгән заттар була.


Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.


Улым, атайыңдың бойороҡтарын тот, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма!


Рехав улы Йонадав үҙенең нәҫеленә шарап эсмәҫкә бойорҙо, бойороғо үтәлә. Улар ошо көнгә тиклем эсмәй, сөнки аталарының ҡушҡанын тота. Ә Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат әйткән булһам да, һеҙ Мине тыңламанығыҙ.


Рехав нәҫеленә иһә Йермеяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: «Һеҙ атағыҙ Йонадавтың бойороғон тоттоғоҙ, уның бөтә нәсихәттәрен ғәмәлгә ашырҙығыҙ, ул ҡушҡандарҙың барыһын да үтәнегеҙ.


Атабыҙ Йонадав Рехав улының бойороҡ биреп әйткәндәрен һәр йәһәттән тыңлайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә, ҡатындарыбыҙ ҙа, улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер ваҡытта ла шарап эсмәйбеҙ.


Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең – Минән“».


Һәр кем әсәһе менән атаһын хөрмәт итһен һәм Минең шәмбе көндәремде тотһон. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтты һәм бар нәмәлә уларҙы тыңланы. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡланы.


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.


Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.


Әммә ҡанун үҙе – изге, бойороҡ та изге, ғәҙел, яҡшы.


Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.


Әгәр берәйһенең улы тиҫкәре һәм холоҡһоҙ булһа, атаһының да, әсәһенең дә әйткәндәренә ҡолаҡ һалмаһа, улар яза биреп тә, киҫәмәһә,


Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй.


Раббы хаҡы өсөн, кешеләр тарафынан урынлаштырылған һәр тәртипкә: барыһынан өҫтөн булған батшаға,


– Бөтәһен дә һин әйткәнсә эшләрмен, – тине Рут.


Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ