Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 5:5 - Изге Яҙма

5 Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ ҙа (ундай кеше ялған илаһтарға табыныусыға тиң) Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ (йәғни ялған илаһтарға табыныусылар) ҙа кеше Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ ҙа (ундай кеше ялған илаһтарға табыныусыға тиң) Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 5:5
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡыныңдың өйөн көҫәмә, уның ҡатынын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә.


Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәте тураһындағы һүҙгә тапшырам. Уның һүҙе ышанысығыҙҙы тағы ла нығытырға һәм Үҙенең изге халҡы араһында һеҙгә өлөш бирергә һәләтле.


Һинең был хеҙмәттә ҡатнашырға хоҡуғың юҡ, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел.


Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ,


хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ.


Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.


яумал араһында Шинғарҙан килтерелгән зиннәтле ябынса, ике йөҙ шекеллек көмөш һәм илле шекеллек алтын киҫәге күреп ҡалдым да уларға күҙем ҡыҙҙы. Мин уларҙы үҙемә алдым. Улар бөтәһе лә сатырымда ергә күмелгән; көмөш иң аҫта ята.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ