Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 5:14 - Изге Яҙма

14 ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 ә яҡтылыҡта асылған бар нәмә үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Һине Мәсих балҡытыр!» – тип әйтелгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 5:14
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.


Уян, уян, аяҡҡа баҫ, Йәрүсәлим! Һин Раббының ҡулынан асыу туҫтағын алып эстең. Һине сайҡалдырған туҫтағыңды төбөнә тиклем бушаттың.


Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.


Ҡалҡ та нур сәс, Сөнки яҡтылығың килде, Өҫтөңдә Раббы шөһрәте балҡыны.


Алланың мәрхәмәт-шәфҡәте мул – беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.


Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – табылды», – тигән. Шунан улар күңел аса башлаған.


Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.


Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡмын.


Раббы бит беҙгә: «Ҡотолоу Һинең аша ер йөҙөнөң иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итеп ҡуйҙым», – тигән бойороҡ бирҙе.


Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да яуызлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, сөнки һеҙ үле инегеҙ, инде хәҙер яңы тормошҡа эйәһегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм ағзаларығыҙҙы тәҡүәлек ҡоралы итеп, Аллаға тапшырығыҙ.


Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,


беҙгә, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләргә, Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.


Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелтелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда Мәсих Алланың уң яғында ултыра.


Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ.


Хәҙер беҙ был мәрхәмәтте Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих килгәс күрҙек. Ул үлемде юҡ итте һәм Һөйөнөслө Хәбәр аша йәшәү менән үлемһеҙлекте яҡтыға сығарҙы.


шулай иткәндә, улар, иҫкә килеп, үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ