10 Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ.
Тәҡүәлек менән ғәҙел ғәмәл ҡылыу Раббы алдында ҡорбан килтереүҙән өҫтөнөрәк.
Мин теләгән ураҙа шулай була, тип һанайһығыҙмы? Әҙәмдең нәфсеһен тыйған көнө ошолай буламы? Ҡамыш һымаҡ баш эйеп, Ҡыл туҡыма йәйеп көл өҫтөндә ятыумы? Ошоно ураҙа, Раббы хуш күргән көн тип атайһығыҙмы?
Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».
Мәсихкә шулай хеҙмәт иткән кеше Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана.
Һеҙ иң яҡшыны һайлап ала белһен, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булһын,
Мин бөтә нәмәне лә тулыһынса, хатта артығы менән алдым. Әпәфродитос аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.
Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ.
Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.
Был яҡшы ла, Ҡотҡарыусы Аллабыҙ ҙа уны хушһынып ҡабул итә.
Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй.
Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ, ихтирам һәм ҡурҡыу менән Алла хуш күрерлек итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,
Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә, изгелек ҡылып та, ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә.
һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.
Дауыт кейеме өҫтөнән уның ҡылысын таҡты ла арлы-бирле йөрөп ҡараны, сөнки бындай хәрби кейем кейгәне юҡ ине. Шунан Шаулға: – Былар менән йөрөй алмайым, күнекмәгәнмен, – тип уларҙы систе.