Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:32 - Изге Яҙма

32 Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих арҡаһында ғәфү иткән кеүек, бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

32 Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих арҡаһында ғәфү иткән кеүек, бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:32
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был бөйөк эштәрҙе Һин әйткән һүҙең хаҡына, йөрәгең ҡушҡанға эшләп, Үҙеңдең ҡолоңа алдан белдереп ҡуяһың.


Түлһеҙ ҡатынды, ғаиләле, Бала һөйгән бәхетле әсә итә. Раббыны данлағыҙ!


Раббы килмешәктәрҙе һаҡлар, Етемдәрҙе, тол ҡатындарҙы ҡурсалар, Яуыздарҙы юлдарында аҙаштырыр.


Игелекле әҙәм хатта малын да ҡайғырта, яман әҙәм иһә мәрхәмәт белмәҫ.


Төплө кеше асыуҙан тыйылыр, ғәйепте кисерә белеү уға ҙурлыҡ бирер.


Кешенең тоғролоғо – ҡиммәт, алдаҡсыға ҡарағанда ярлы яҡшыраҡ.


Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –


Шунан Йермеяһҡа: – Арҡанды ҡултыҡ аҫтыңа бәйлә лә ҡырмаһын өсөн бынау иҫке-моҫҡо сепрәк-сапраҡты тыҡ, – тине. Йермеяһ шулай эшләне.


Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек, Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа.


Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе ярлыҡар.


Алланың мәрхәмәт-шәфҡәте мул – беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.


Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, беҙ ҙә бит үҙебеҙгә яуызлыҡ ҡылған һәр кемде ғәфү итәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тине.


Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Юғарыларҙан Юғарының балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәфү ителерһегеҙ.


Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар.


Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.


Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.


Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа) мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем.


Хәҙер инде уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ, юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр.


сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә,


Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ.


Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.


Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ.


Әммә гонаһтарыбыҙҙы таныһаҡ, Алла уларҙы ярлыҡар һәм һәм беҙҙе төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел.


Балаларым, һеҙгә яҙам: Гонаһтарығыҙ Ғайса хаҡына ярлыҡанды.


– Уға Раббының рәхмәте төшһөн! – тине Ноғоми килененә. – Ул иҫәндәрҙе лә, үлгәндәрҙе лә мәрхәмәтенән ҡалдырмай. Шунан: – Боғаз беҙҙең яҡын туғандарыбыҙҙан, ғаиләбеҙҙе үҙенең ҡурсалауы аҫтына алырға бурыслы йолоусыбыҙ, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ