23 фекер рәүешегеҙ һәм рухығыҙ яңырһын,
Ә мин Алланың йортонда – Йәшәреп үҫкән зәйтүн һымаҡмын. Ғүмерем буйы Алланың Тоғро мөхәббәтенә ышанам.
Мин уларға башҡа төрлө йөрәк бирермен, булмыштарына яңы рух һалырмын. Тәндәренән таш йөрәктәрен алып ташлап, уларға тере йөрәк бирермен.
Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?
Һеҙгә яңы йөрәк бирермен, булмышығыҙға яңы рух иңдерермен. Тәнегеҙҙән таш йөрәкте сығарып, һеҙгә тере йөрәк бирермен.
Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.
Беҙ һыуға сумдырылып, Мәсих менән бергә үлдек һәм күмелдек. Атабыҙ Алланың бөйөк шөһрәте менән Мәсих үлемдән терелгәндәй, беҙ ҙә яңы тормош менән йәшәй алабыҙ.
Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,
Беҙҙе Алла ҡулы булдырҙы. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсихтә бар ителдек.
һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кеше үҙен яратҡан Аллаға оҡшап үҙгәреп тора һәм Уны ысынлап танып белеүгә табан ынтыла.
беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.
Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.