Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 14:20 - Изге Яҙма

20 Ул йөҙөм ҡала эргәһендәге һыҡҡыста тапалды. Һыҡҡыстан аттың йүгәненә тиклем тәрәнлектәге бер мең алты йөҙ стадия оҙонлоҡта ҡан аҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Ул йөҙөм ҡала эргәһендәге иҙгестә тапатылды. Иҙгестән аттың йүгәненә тиклем тәрәнлектәге бер мең алты йөҙ стадия алыҫлығында ҡан аҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Ул йөҙөм ҡала эргәһендәге һыҡҡыста тапалды. Һыҡҡыстан аттың йүгәненә тиклем тәрәнлектәге бер мең алты йөҙ стадия оҙонлоҡта ҡан аҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 14:20
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның ишәген бәйләр бау – йөҙөм ботағы булыр, Ишәк балаһын бәйләр бау – йөҙөм тәлгәше булыр. Кейемдәрен ул шарапта сайҡатыр, Өҫтөндәге сапанын йөҙөм һутында йыуыр.


Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар».


Диуарҙарым эсендәге ҡаһармандарымды – Һәммәһен дә бөйөк Хаким ситкә типте. Йәш егеттәремде ҡырыр өсөн, Миңә ҡаршы ғәскәр йыйҙы. Бөйөк Хаким ғиффәтле ҡыҙ Йәһүҙәне Йөҙөм иҙгән һымаҡ тапаланы.


Илде тауҙарға тиклем аҡҡан ҡаның менән һуғарырмын, Йырындар ҙа ҡалдыҡтарың менән тулыр.


Ураҡ алығыҙ – иген өлгөргән. Килегеҙ, тапағыҙ – йөҙөм һыҡҡыс тулған, Һауыттар ашып түгелә. Ҡәүемдәрҙең залимлығы шулай хаттин ашҡан.


Һыйыр майы, кәзә һөтө менән, Бәрәстәрҙең, тәкәләрҙең, Башан малдарының эс майы, Туҡ башаҡлы бойҙай менән туйындырҙы, Йөҙөм ҡаны – шарап эсерҙе.


Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ