Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 14:14 - Изге Яҙма

14 Мин ҡараным да аҡ болот һәм болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаған Зат ултырғанын күрҙем. Уның башында алтын таж ине, ә ҡулына үткер ураҡ тотҡайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Мин ҡараным да аҡ болот һәм болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаған Зат ултырғанын күрҙем. Уның башында алтын таж ине, ә ҡулына үткер ураҡ тотҡайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Мин ҡараным да аҡ болот һәм болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаған Зат ултырғанын күрҙем. Уның башында алтын таж ине, ә ҡулына үткер ураҡ тотҡайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 14:14
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллам, саҡырамын көндөҙҙәрен – яуап ҡайтармайһың. Төнөн йәнә – тынғылыҡ тапмайым.


Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.


Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.


Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра.


Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.


Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Уңыш йыйғанда инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, унан һуң бойҙайҙы келәтемә һалығыҙ“, – тип әйтермен».


Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше урағын эшкә егә, сөнки иген урыр саҡ еткән була.


Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр.


Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтәһе хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды. Әммә һуңында Ул, үлемде һынағаны өсөн, башына шөһрәт һәм хөрмәт тажын кейҙе.


Шәмдәлдәр араһында оҙон кейем кейгән һәм күкрәгенә тиклем алтын билбау быуған әҙәм улына оҡшаған Берәүҙе күреп ҡалдым.


Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине.


былай тине: – Бар, Булған, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һиңә шөкөр итәбеҙ, сөнки Һин Үҙеңдең бөйөк ҡөҙрәтеңде ғәмәлгә ашырҙың, батшалыҡ итә башланың.


Уның күҙҙәре – ут ялҡыны кеүек, ә башында – бик күп таждар. Уға Үҙенән башҡа бер кем белмәй торған исем яҙылған.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Ҡараным да аҡ ат күрҙем. Атҡа ҡулына йәйә тотҡан һыбайлы атланғайны, уға таж бирелде. Һыбайлы еңеүсе булараҡ, еңеү өсөн сыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ