Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 4:14 - Изге Яҙма

14 Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған эштәренә ҡарап түләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 4:14
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.


Раббы ауазы ҡеүәтле, Мәғрур Раббының ауазы.


Батша иһә Аллала ҡыуаныс табыр, Алла менән ант иткәндәр Уны данға күмер, Ялғансыларҙың өнө тығылыр.


Мин Раббыға әйттем: «Эй Раббы, Һин бөтәһен дә белеп тораһың, Иҫеңә төшөр мине, ҡурсала. Мине эҙәрләүселәрҙән үс ал. Һин сабырһың – мине һәләк итә күрмә, Һин тип хурланғанымды онотма.


Ҡылған эштәренең ҡонон ҡайтар, Раббым.


Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».


Ул һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер:


Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә ғазап бирер,


Һуменайос менән Искәндәр ҙә шундайҙарҙан, мин уларҙы, көфөр һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылып өйрәнһендәр өсөн, Иблис ҡулына тапшырҙым.


Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне.


Әгәр берәй кеше имандашының үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылғанын күрһә, уның өсөн доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына йәшәү бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ өсөн доға ҡылығыҙ, тимәйем.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Эй атам, ҡара! Ҡулыма ҡара, был һинең сапаныңдың салғыйы! Сабыуыңды ҡырҡып алдым, ә үҙеңде үлтермәнем. Белеп тор, ҡулымда яманлыҡ та, мәкер ҙә юҡ. Мин һиңә ҡаршы гонаһ ҡылманым. Ә һин, йәнемде алмаҡ булып, мине эҙәрләйһең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ