Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 4:1 - Изге Яҙма

1 Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән талап итәм:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 4:1
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең алда, бары Һинең алда гонаһ ҡылдым, Һинең күҙеңдә яуызлыҡ булғанды эшләнем. Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы, Хөкөмөңдә Һин ғәҙелһең.


Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Ғайса былай тине: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итергә лә әйләнеп ҡайтырға тип, алыҫ юлға сыҡҡан.


Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса биргән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғанын белешер өсөн, уларҙы үҙенең янына саҡырырға ҡушҡан.


Шунан Ғайсаға өндәште: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал.


Ғайса – тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе.


Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.


Быларҙың барыһы ла Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса хөкөм итәсәк көндө буласаҡ.


Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ.


Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.


Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.


Хәҙер беҙ был мәрхәмәтте Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих килгәс күрҙек. Ул үлемде юҡ итте һәм Һөйөнөслө Хәбәр аша йәшәү менән үлемһеҙлекте яҡтыға сығарҙы.


Быларҙы бөтә кешеләрҙең дә иҫенә төшөр һәм, һүҙ бәхәсенә инмәһендәр өсөн, Алла алдында иҫкәрт, сөнки бәхәстәрҙең бер файҙаһы ла юҡ, улар тыңлаусыларҙы һәләкәткә илтә.


Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.


ә хәҙер мине хаҡлыҡ тажы көтә. Көнө еткәс, уны ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтәһенә лә бирер.


Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Улар тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итергә әҙер Аллаға яуап бирәсәк әле.


Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ.


Уға шөһрәтле бөйөк Алланан: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен шөһрәт балҡышында күрһәтте.


Шулай итеп, балалар, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм уңайһыҙланмай баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ.


Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ