Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 2:3 - Изге Яҙма

3 Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә ҡабул итеп ал.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә алырға әҙер бул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә ҡабул итеп ал.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 2:3
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмерҙе үтәп, төндә Паулусты Антипатрисҡа алып китте.


Ул бөтәһенә лә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.


Ҡайһы ғәскәриҙең ҡасан да булһа үҙ иҫәбенә хеҙмәт иткәне бар? Ниндәй баҡсасы үҙе ултыртҡан йөҙөм емештәрен ашамай? Ҡайһы көтөүсе үҙенең көтөүенән һөт эсмәй?


Ҡайғырабыҙ икән – был һеҙҙең йыуаныуығыҙ һәм ҡотолоуығыҙ өсөн; йыуанабыҙ икән, был йыуанысығыҙ өсөн булыр. Ә был беҙгә кисерергә тура килгән ғазаптарҙы һеҙгә лә түҙемлек менән кисерергә көс бирә.


Тимоҫеус улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде еткерәм: һин, уларға таянып, лайыҡлы көрәш алып бар,


Алла тарафынан беҙгә вәғәҙә ителгән Ғайса Мәсихтәге тормош тураһындағы хәбәрҙе еткереү өсөн Алла ихтыяры менән ебәрелгән илсе Паулустан


Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.


Шуға ла Алла тарафынан һайлап алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсихтәге ҡотолоуға мәңгелек дан менән бергә ирешһендәр өсөн, барыһына ла түҙәм.


Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


Антиохияла, Иконионда, Лустрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы!


Һин бөтә нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар.


Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрегеҙҙе, ул саҡтағы ғазаптарға түҙгән мәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.


Иман арҡаһында Муса Мысырҙан китте. Ул батшаның асыуынан ҡурҡманы. Күҙгә күренмәҫ Алланы күргән кеше һымаҡ, ул сыҙам булды.


Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.


Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Раббы бары тик исраилдарҙың яулап алыуҙа ҡатнашмаған быуындарын һуғыш һөнәренә өйрәтер өсөн түбәндәге ҡәүемдәрҙе ҡалдырғайны:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ