Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 8:10 - Изге Яҙма

10 Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: былтыр башлаған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ, ул һеҙгә файҙа ғына килтерә. Уны һеҙ беренселәрҙән булып башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, беренселәрҙән булып ниәтләнегеҙ ҙә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: һеҙ былтыр уҡ изгелекле эш башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, хатта үҙ теләгегеҙ менән хәйер йыйҙығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: былтыр башлаған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ, ул һеҙгә файҙа ғына килтерә. Уны һеҙ беренселәрҙән булып башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, беренселәрҙән булып ниәтләнегеҙ ҙә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 8:10
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.


Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине.


Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк. Әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен.


Йәһүдтәргә: «Бөтөн халыҡҡа ҡарағанда, бер кешенең үлеүе хәйерлерәк булыр», – тип кәңәш биргән кеше шул Ҡаяфас ине.


Һеҙ: «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», әммә бөтә нәмә лә һабаҡ булып хеҙмәт итмәй.


Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлауға һалһын.


Һеҙ: «Миңә бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ. Әммә миңә бөтә нәмә лә файҙалы түгел. «Миңә бөтә нәмә лә рөхсәт ителә», әммә өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел.


Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым.


Кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк булыр ине – был минең фекерем һәм миндә лә Алла Рухы бар тип уйлайым.


Маҡтаныуҙың файҙаһы булмаһа ла, маҡтанырға тура килә. Хәҙер Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар тураһында һөйләйем.


Шуға күрә беҙ Титустан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек.


Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм.


сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаяла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», – тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.


Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем.


Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ