Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 7:6 - Изге Яҙма

6 Әммә, Титустың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Әммә, Титтың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Әммә, Титустың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 7:6
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә Һин йыуаныс бирәһең.


«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Мин уларҙың юлын күреп торҙом, Тик шулай ҙа был халыҡты дауалармын, Үҙем етәкләп барырмын, йыуатырмын. Ҡайғылыларҙың теленә


Еткән ҡыҙҙар бейеп күңел асыр, Егеттәр һәм ҡарттар уйнап-көлөр. Мин уларҙың хәсрәтен ҡыуанысҡа әйләндерермен, Йыуатып, ҡайғы урынына шатлыҡ бирермен.


Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки улар йыуаныс табыр.


Мин Атамдан һорармын, Ул, мәңге һеҙҙең менән булһын өсөн, һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер.


Сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла һеҙгә, Ғайса Мәсих юлынан барыусыларға тейеш булғанса, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәү бирһен.


Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титустың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтәгеҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ.


Уға элек һеҙҙе маҡтағайным, тимәк, оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Титусҡа һеҙҙе маҡтауыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты.


Беҙҙе уның килеүе генә түгел, ә уның күңелен күтәреүегеҙ ҙә йыуатты. Ул, мине һағыныуығыҙ, булып үткән хәлдәргә үкенеүегеҙ, мине яҡларға атлығып тороуығыҙ тураһында һөйләп, тағы ла нығыраҡ ҡыуандырҙы.


Әгәр Мәсихтә йыуаныс табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән,


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ