Шулай бер көн эпикурсылар һәм стоиктар мәктәбенә ҡараған ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре Паулус менән бәхәскә инде. Паулус Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре: – Был бушҡыуыҡ нимә әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре: – Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште.