Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 6:17 - Изге Яҙма

17 Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Шуға күрә, «Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ һәм уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ, һәм Мин һеҙҙе ҡабул итермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 6:17
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ.


Һөргөндән ҡайтҡан исраилдар менән, Исраилдың Аллаһы Раббыға табыныу өсөн, эргә-тирәләге халыҡтарҙың әшәкелегенән айырылған барлыҡ кешеләр ашап ултырҙы.


Томаналыҡ менән хушлашығыҙ – йәшәрһегеҙ, зиһен күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тине.


Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!


Кәйеф-сафа ҡорғандарҙың араһында ултырманым, Улар менән күңел асманым; Ҡулыңдың аҫтында яңғыҙ ултырҙым, Сөнки мине асыу-ярһыуың менән тултырҙың.


Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!


– Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм.


Муса йәмғиәткә былай тине: – Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ.


– Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине. Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.


Шуға күрә, Алла даны өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ.


Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


Көйшәй торған һәм айыры тояҡлы бөтә хайуандарҙың да итен ашарға ярай.


Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Бабилдың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ