Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 3:1 - Изге Яҙма

1 Үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итергә тырышмайбыҙмы икән? Ҡайһы берәүҙәр кеүек, һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтаған хат килтерәйекме йә һеҙҙән һорап алайыҡмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан маҡтап тәҡдим итергәме? Ҡайһы берәүҙәргә кәрәк булған кеүек, һеҙгә йәки һеҙҙән беҙгә хуплау хаттары кәрәкме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итергә тырышмайбыҙмы икән? Ҡайһы берәүҙәр кеүек, һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтаған хат килтерәйекме йә һеҙҙән һорап алайыҡмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 3:1
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аполлос Ахаяға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иманға килгәндәргә күп ярҙам күрһәтте.


Һеҙгә Кәнхреайҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы булған ҡыҙ имандашыбыҙ Фойбены тәҡдим итәм.


Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.


Янығыҙға килгәс, һеҙ һайлап ҡуйған кешеләрҙе, хәйерегеҙҙе тапшырыу өсөн, хат менән Йәрүсәлимгә ебәрермен.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин аҡыллы төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Бәлки, Мәсихтә меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, мин Ғайса Мәсихтә атайығыҙ булдым.


Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар.


Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана.


Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам.


Мин иҫәр хәлендә ҡалдым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.


Моғайын, әле һаман беҙҙең хаҡта, былар алдыбыҙҙа аҡланып тора, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ, Мәсихтә булып, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, һөйөклөләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Мәсихтә беҙ Уның Үҙе алдында ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтай-маҡтай яңынан тәҡдим итмәйбеҙ, әммә йөрәктәрендәге менән түгел, ә тышҡы ҡиәфәт менән генә маҡтаныусыларға яуап бирә алыуығыҙ өсөн, беҙҙең менән маҡтанырға мөмкинлек бирәбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ