Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 11:28 - Изге Яҙма

28 Бынан тыш, көн һайын иңемә барлыҡ берҙәмлектәр өсөн хәсрәт йөгө ята.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

28 Бынан тыш, көн һайын барлыҡ берҙәмлектәр хаҡында хәстәрлек күреүем мине баҫа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Бынан тыш, көн һайын иңемә барлыҡ берҙәмлектәр өсөн хәсрәт йөгө ята.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 11:28
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Паулус Барнабасҡа, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте.


Унда бер аҙ ваҡыт булғандан һуң, Паулус юлға сыҡты, Галатия һәм Фругия ерҙәре аша уҙып, барса шәкерттәрҙе иманда нығытты.


Шул ерҙәрҙән үткәндә, иманлыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Паулус Грецияла туҡталды.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Мин мәҙәниәтлеләр һәм мәҙәниәтһеҙҙәр, белемлеләр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын.


Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандар араһындағы илсе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм.


йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Алла хуш күрерҙәй, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, ҡаһин хеҙмәтен башҡарам.


Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.


Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтә берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.


Һеҙҙең өсөн дә, Лаодикеялағы имандаштар, шулай уҡ мине күреп белмәгәндәр хаҡына ла ниндәй көрәш алып барыуымды белһәгеҙ ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ