Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 11:22 - Изге Яҙма

22 Улар ғивриме? Мин дә! Исраилдармы? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

22 Улар еврейҙармы? Мин дә! Израилдәрме? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Улар ғивриме? Мин дә! Исраилдармы? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 11:22
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Аллабыҙ! Һин ошо ерҙә йәшәүселәрҙе халҡың Исраил алдынан ҡыуып ебәреп, уны мәңгелеккә Үҙеңдең дуҫың Ибраһим нәҫеленә бирҙең түгелме ни?


Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.


Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.


– Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.


Фирғәүенгә былай тип әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы мине һиңә ебәреп: „Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн халҡыма сүлгә сығырға рөхсәт ит“, – тиергә ҡушҡайны. Ә һин һаман тыңламайһың.


Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүен янына бар ҙа әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.


Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртән тор ҙа йәнә фирғәүен алдына барып баҫ та әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.


«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип уйламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


– Мин – йәһүд, – тине Паулус. – Киликияның Тарсос ҡалаһында тыуҙым, Йәрүсәлимдә тәрбиәләндем. Хөрмәтле Ғамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.


Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.


Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Исраил кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Бинйәмин тоҡомонанмын.


Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе.


Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.


Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Исраил халҡынанмын, Бинйәмин ырыуынанмын, ғивриҙәрҙән тыуған ғивримен, ҡанун буйынса фарисей,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ