17 «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».
Бәхетлелер ғәҙеллеккә таянғандар, Һәр саҡ тоғро ғәмәлдәр ҡылғандар!
Улар асығып, сарсап хәлдән тайғайны, Үлем сигенә еткәйне.
Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.
Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!
Был илдә кем үҙенә фатиха һорай, Шул Тоғро Алла исеме менән доға ҡылыр. Илдә әгәр берәйһе ант итһә, Тоғро Алланың исеме менән ант итер. Элекке ҡайғылар онотолор, Хәсрәт күҙ алдымдан юҡҡа сығыр».
Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».
Был ғына ла түгел, Алла менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша маҡтанабыҙ, Уның аша беҙ хәҙер был татыулыҡты алдыҡ бит.
Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».
Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар.