Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Фессалоникаларға 3:1 - Изге Яҙма

1 Тағы ла шул, имандаштар: Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Тағы ла шул, имандаштар, Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Тағы ла шул, имандаштар: Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Фессалоникаларға 3:1
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡасан ятып, ҡасан торғанымды беләһең, Уйҙарымды алыҫтан аңлап тораһың.


Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине.


Шәкерттәренә Ул былай тине: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен.


Алла һүҙе иһә таралғандан-таралды, уны ҡабул итеүселәрҙең һаны арта барҙы.


Раббы һүҙе бына шундай көс менән таралды һәм нығынды.


Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, хатта ҡаһиндарҙың да бик күптәре иманға килде.


Имандаштарым, беҙ бер-беребеҙгә Изге Рухтан килгән һөйөү менән бәйләнгәнбеҙ, шуға күрә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих хаҡына саҡырам: минең менән бергә көрәшеп, минең өсөн Аллаға доға ҡылығыҙ.


сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.


тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәр, доғаларына яуап итеп, беҙгә мәрхәмәтле булғаны өсөн, Аллаға рәхмәт уҡыр.


Шулай итеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, камиллыҡҡа юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.


сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәте һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнебеҙҙе беләһегеҙ.


Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахая өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ.


Һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙ бит, имандаштар, эргәгеҙгә килеүебеҙ файҙаһыҙ булманы.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Ниһайәт, имандаштар, Аллаға ҡулай булһын өсөн, нисек йәшәргә кәрәклеген беҙҙән өйрәндегеҙ. Һеҙ шулай йәшәйһегеҙ, әммә беҙ Раббы Ғайса хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


Имандаштар, беҙҙең хаҡҡа доға ҡылығыҙ.


Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ