Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Фессалоникаларға 2:1 - Изге Яҙма

1 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүенә һәм Уның эргәһендә тупланыуыбыҙға ҡағылышлы, имандаштар, үтенеп һорайбыҙ:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүе һәм Уның янына тупланыуыбыҙға килгәндә, имандаштар, үтенеп һорайбыҙ:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүенә һәм Уның эргәһендә тупланыуыбыҙға ҡағылышлы, имандаштар, үтенеп һорайбыҙ:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Фессалоникаларға 2:1
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре Әҙәм Улының Батша булып килгәнен күргәнсе үлем татымаҫ.


Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.


Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр.


Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.


Шуға һеҙҙән, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына үтенәм: үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе Аллаға хуш килерлек тере изге ҡорбан итеп бирегеҙ. Был һеҙҙең Аллаға ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.


Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү.


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтә изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын.


Ниһайәт, имандаштар, Аллаға ҡулай булһын өсөн, нисек йәшәргә кәрәклеген беҙҙән өйрәндегеҙ. Һеҙ шулай йәшәйһегеҙ, әммә беҙ Раббы Ғайса хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.


Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ