Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 4:1 - Изге Яҙма

1 Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 4:1
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быға ҡаршы ҡарт: – Мин дә һинең кеүек пәйғәмбәрмен, – тип яуапланы. – Фәрештә миңә Раббының ошо һүҙҙәрен еткерҙе: «Уны өйөңә алып ҡайт, тамағына ашаһын, һыу эсһен», – тине. Ул шулай тип алданы.


Бер ҡатлы әҙәм һәр һүҙгә ышанып бара, зирәк кеше алдын-артын ҡарап йөрөй.


– Был пәйғәмбәрҙәр Минең исемемдән ялған һөйләй, – тине Раббы. – Мин уларҙы ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем, улар менән һөйләшмәнем. Алдаҡ күренмештәрен, буш-юҡ күрәҙәлектәрен, үҙҙәренең уйҙырмаларын һеҙгә пәйғәмбәрлек тип һөйләп йөрөйҙәр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙгә пәйғәмбәрлек иткән пәйғәмбәрҙәрҙең Әйткәндәренә ҡолаҡ һалмағыҙ. Улар һеҙҙе юҡҡа өмөтләндерәләр. Раббының ауыҙынан сыҡҡанды түгел, Үҙҙәренең уйҙырмаларын һөйләйҙәр.


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки: «Ул ана унда!» – тиһә, ышанмағыҙ!


Ни эшләп һеҙ нимәнең дөрөҫ икәнен үҙегеҙ билдәләй алмайһығыҙ?


Ғайса былай тине: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Минең исемем менән килеп: «Мин – Улмын», «Ваҡыт етте», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.


Бындағы кешеләр Тессалонике ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме икәнен тикшерер өсөн Изге Яҙманы өйрәнде.


Мин киткәндән һуң арағыҙға аяуһыҙ бүреләр киләсәген беләм, улар көтөүҙе йәлләп тормаясаҡ.


Берәүгә – мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә – пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә – рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер – бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, ә кемеһенәлер был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.


Пәйғәмбәрҙәрҙең дә икәүһе йәки өсәүһе һөйләһен, ә ҡалған иман тотоусылар, ишеткәндәре хаҡында фекер йөрөтөп, уларға баһа бирһен.


Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ.


Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.


Раббының көнө етте, тип Рухтан килгән кеүек тойолған хәбәргә лә, кемдер әйткән һүҙгә лә, йәнәһе, беҙҙән тип еткерелгән хатҡа ла ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм борсолмағыҙ.


Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.


Балаларым! Һуңғы сәғәттәр етте. Заман ахырында Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеткәйнегеҙ, әле Мәсихтең дошмандары күбәйеп китте һәм заман ахыры еткәнен шунан беләбеҙ.


Һөйөклөләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы бойороҡ яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке бойороҡ. Ә иҫке бойороҡ – һеҙ ишеткән хәбәр ул.


Донъяла Ғайса Мәсихтең кеше тәнендә килеүен инҡар иткән ялғансылар күбәйеп китте. Ундайҙар – алдаҡсы һәм Мәсихтең дошмандары.


Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.


Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ