Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 3:21 - Изге Яҙма

21 Һөйөклөләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла ҡаршыһына тулы ышаныс менән баҫа алабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

21 Ҡәҙерлеләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла янына ышаныс менән бара алабыҙ

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Һөйөклөләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла ҡаршыһына тулы ышаныс менән баҫа алабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 3:21
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән һөйөнөс алырһың, Күҙҙәреңде Аллаға төбәрһең.


Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.


Йә Раббым, доғамды ишет, Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын.


Быға ҡарата булған фекереңде үҙең менән Алла араһында ғына һаҡлап тот. Үҙе хаҡлы тип һанаған нәмә өсөн үҙен хөкөм итерлек ғәйеп тапмаған кеше бәхетле.


Үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына – минең Хөкөмдарым.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Беҙ Мәсихтә Уға инаныуыбыҙ аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ.


Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.


Шулай итеп, балалар, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм уңайһыҙланмай баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ.


Һөйөклөләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы бойороҡ яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке бойороҡ. Ә иҫке бойороҡ – һеҙ ишеткән хәбәр ул.


Һөйөклөләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ билдәһеҙ әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.


сөнки, әгәр йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләһә, Алла беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм Ул бөтәһен дә белә.


Мөхәббәт беҙҙең арала камиллыҡҡа етте, шуға күрә ҡиәмәт көнөн беҙ ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ.


Беҙҙең шуға тулы ышанысыбыҙ бар: Алланың ихтыяры буйынса нимә генә һораһаҡ та, Ул беҙҙе ишетә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ