Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 3:15 - Изге Яҙма

15 Үҙенең имандашын күрә алмаған әҙәм – кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Үҙенең имандашына нәфрәтләнгән һәр кем кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Үҙенең имандашын күрә алмаған әҙәм – кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 3:15
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!»


Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була.


Һирудиас, кенә тотоп, Яхъяны үлтерергә теләне, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте.


Улар баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар алдына барып: – Беҙ Паулусты үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек.


Әммә яҡынына асыу һаҡлаған берәйһе, һағалап тороп, уны үлтерһә, шунан ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасһа,


Шунан инде теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, нығынғас, үлемгә килтерә.


Һеҙ фани орлоҡтан түгел, фани булмаған орлоҡтан, Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе аша яңынан тыуҙығыҙ.


Имандашына асыу тотҡан кеше ҡараңғылыҡ эсендә, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.


Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашын күрә алмай, ул әле лә ҡараңғылыҡта.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ