Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 2:29 - Изге Яҙма

29 Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

29 Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, хаҡлыҡ ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 2:29
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Куш кешеһе – тәненең төҫөн, Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы? Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс, Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ.


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.


Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә Үҙен Ебәргәндең данын эҙләгән Зат эскерһеҙ, һәм Уның күңелендә ялғанға урын юҡ.


Ул, ниндәй халыҡтан булыуына ҡарамаҫтан, Алланан ҡурҡҡан һәм хаҡ эштәр ҡылған кешене хуш күрә.


«Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Һананиас. –


Һеҙ, Изге һәм Хаҡ булғандан ваз кисеп, кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы талап иттегеҙ.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан табышының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлки-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Сәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы».


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Һеҙ фани орлоҡтан түгел, фани булмаған орлоҡтан, Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе аша яңынан тыуҙығыҙ.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе.


Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих.


Мәсихтең кеше гонаһтарын Үҙенә алыр өсөн килгәнен һеҙ беләһегеҙ. Ә Ул Үҙе гонаһһыҙ.


Балаларым, һеҙҙе берәйһе алдап ҡуймаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк тәҡүә була.


Һөйөклөләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт – Алланан. Һәр яратҡан кеше Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


Алланан тыуған кешеләрҙең гонаһ ҡылмағанын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Улан уларҙы һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай.


сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеүгә беҙ иманыбыҙ арҡаһында өлгәштек.


Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ