Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 2:11 - Изге Яҙма

11 Имандашына асыу тотҡан кеше ҡараңғылыҡ эсендә, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Ә кем үҙенең имандашына нәфрәт тота, шул ҡараңғылыҡта була, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Имандашына асыу тотҡан кеше ҡараңғылыҡ эсендә, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 2:11
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Авшалом иһә Амнонға яҡшынан да, ямандан да бер ни ҙә әйтмәне, әммә һеңлеһе Тамарҙы көсләгән өсөн Амнонға нәфрәте сикһеҙ ине.


Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.


Аҡыллыны аҡыл күҙле итә, Ахмаҡ иһә ҡараңғыла ҡаңғыра. Ләкин шуны белдем: уларҙың һәммәһен дә бер тәҡдир көтә.


Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.


Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй.


«Күҙҙәре менән күрмәһендәр, йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки иҫке килешеү яҙмаларын уҡығанда уларҙың аҡылы шул бөркәнсек менән ябылған һымаҡ. Ул бөркәнсекте Мәсих кенә алып ташлаясаҡ.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Ә инде кем уларға эйә түгел, шул – алыҫтан насар күргән һуҡыр һәм үҙенең элекке гонаһтарынан таҙарыныуын онотҡан кеше.


Әгәр ҙә беҙ: «Алла менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ», – тип әйтәбеҙ, әммә ҡараңғылыҡта ғүмер кисерәбеҙ икән, тимәк, беҙ ялғанлайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ.


Имандашын яратҡан кеше яҡтылыҡта йәшәй һәм уға юлдан тайпылыу ҡурҡынысы янамай.


Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашын күрә алмай, ул әле лә ҡараңғылыҡта.


Үҙенең имандашын күрә алмаған әҙәм – кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.


Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашын күрә алмаһа, ул – ялғансы. Үҙе күреп торған имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.


Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ