Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 6:5 - Изге Яҙма

5 Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Аллаға табыныу табыш алыу өсөн тип уйлап хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 6:5
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.


Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Шуға күрә ҡатындарын – башҡаларға, Баҫыуҙарын бүтән хужаларға бирәм. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.


Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емеше лә насар булыр. Ағас емешенә ҡарап беленә.


Ғайса уларға: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ.


Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.


Ҡайһы бер кешеләр быларҙы ситкә ҡуйып, ҡанун өйрәтеүсе булырға ынтылды, ни һөйләгәндәрен дә, ни раҫлағандарын да белмәй, буш хәбәр һөйләүгә күсте.


ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы булырға һәм тыныслыҡ һөйөргә,


Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ихтирамға лайыҡ булырға,


Бисә-сәсәнең иманһыҙ уйҙырма ләститенән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Аллаға ихлас табыныу һәм бары менән ҡәнәғәт булыу, – ысынлап та, оло табыш ул.


Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.


Яннес менән Ямбрес Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы был әҙәмдәр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.


Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.


Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар лайыҡһыҙ табыш алырға яратҡан Билғамға, Беғор улына, эйәрҙе.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.


баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ.


ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ