Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 6:20 - Изге Яҙма

20 Тимоҫеус! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм, ғилем тип аталып та, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Тимофей! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм ғилем тип аталып та дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Тимоҫеус! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм, ғилем тип аталып та, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 6:20
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан һуң Паулус Дербеға, ә унан Лустраға барып етте. Унда Тимоҫеус исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.


Шулай бер көн эпикурсылар һәм стоиктар мәктәбенә ҡараған ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре Паулус менән бәхәскә инде. Паулус Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре: – Был бушҡыуыҡ нимә әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре: – Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште.


Ниндәй ҙә булһа яңы фекерҙәр тураһында һөйләшеү йәки тыңлау афиналыларҙың һәм унда йәшәгән сит ил кешеләренең яратҡан шөғөлө ине.


Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр һәм


Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған.


Ә аҡылды беҙ рухи яҡтан өлгөрөп еткән иманлылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең үк хәйләһенә эләктерә».


Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.


Шунлыҡтан, әле кисергән бөтә эҙәрлекләүҙәр һәм бөтә ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм иманығыҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ.


Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ.


Мөбәрәк Алланың шөһрәте тураһындағы миңә ышанып тапшырылған Һөйөнөслө Хәбәрҙә был турала шулай тиелә.


ысын имандаш улым Тимоҫеусҡа сәләм. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын.


Улар осһоҙ-ҡырыйһыҙ шәжәрәләрҙә соҡсоноп һәм уйҙырма хәбәрҙәр таратып йөрөүҙән туҡтаһын, сөнки былар барыһы ла бәхәс кенә тыуҙыра һәм Алла ниәтен иман аша тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.


Ҡайһы бер кешеләр быларҙы ситкә ҡуйып, ҡанун өйрәтеүсе булырға ынтылды, ни һөйләгәндәрен дә, ни раҫлағандарын да белмәй, буш хәбәр һөйләүгә күсте.


Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, тәҡүәһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр,


Бисә-сәсәнең иманһыҙ уйҙырма ләститенән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгәнгә тиклем был бойороҡҡа тоғро бул һәм уны һүҙ тейҙермәҫлек итеп үтә.


Улым, һин Ғайса Мәсихтә булған мәрхәмәткә таянып нығын.


Ә Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән ситтә тор, сөнки уларҙы һөйләүселәр Алланан алыҫлаштыра,


Минең менән бер үк иманды уртаҡлашыусы ысын улым Титусҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем.


Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе кире ҡаға алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.


Бушҡа һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ.


Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ