Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 6:2 - Изге Яҙма

2 Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш әле тип, ҡолдарҙың уларға хөрмәте кәмерәк булмаһын, киреһенсә, тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итһендәр, сөнки хеҙмәттәренең мәнфәғәтен күреүсе хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Кешеләрҙе ошоға өйрәт һәм нәсихәт ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш булғанлыҡтан, ҡолдар уларға кәмһетеп ҡарарға тейеш түгел, киреһенсә, тағы ла күберәк хеҙмәт итергә бурыслы, сөнки хеҙмәттән файҙа алыусы хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Быларҙы өйрәт һәм нәсихәт ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш әле тип, ҡолдарҙың уларға хөрмәте кәмерәк булмаһын, киреһенсә, тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итһендәр, сөнки хеҙмәттәренең мәнфәғәтен күреүсе хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Кешеләрҙе ошоға өйрәт һәм нәсихәт ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 6:2
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бынан һуң Мин барлыҡ кешеләргә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, Ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер, Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер.


Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа: – Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр.


Ә һеҙ үҙегеҙҙе «остаз» тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ – бер-берегеҙгә туған.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта


Алла кемдәрҙе алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш итергә алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан Эфес ҡалаһындағы Ғайса Мәсихкә тоғро булған изгеләргә


Шуның өсөн мин дә, һеҙҙең Раббыбыҙ Ғайсаға булған иманығыҙ һәм Алланың бөтә изгеләренә мөхәббәтегеҙ тураһында ишетеп,


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар.


Алланың Колоссайҙа йәшәүсе изге халҡына, Ғайса Мәсихтәге тоғро имандаштарыма сәләм. Атабыҙ Алланан мәрхәмәт һәм именлек булһын!


сөнки Ғайса Мәсихкә иманығыҙ һәм Алланың бөтә изгеләренә булған мөхәббәтегеҙ тураһында ишеттек.


Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел булығыҙ.


Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.


Быларҙы башҡаларға өйрәт һәм үтәлеүен талап ит.


Ололарға ҡаты бәрелмә. Ололарҙы – атайың һымаҡ, үҙеңдән кеселәрҙе ҡустың кеүек күреп өгөтлә;


Һин иһә хаҡ тәғлимәткә тура килгәндәрҙе вәғәзлә:


Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.


Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтәһе өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым:


Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар – әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.


Шуның һымаҡ был кешеләр ҙә, күргән күренмештәренә таянып, тәндәрен таплай, ә Раббы хакимлығын инҡар итә һәм күктәге көстәргә яла яға.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ